Учалы районының Ҡунаҡбай ауылындағы шәхси ярҙамсы хужалыҡта бруцеллез сире табылған

Хужа малды сит төбәктән һатып алған. Документтары булмаған. Януарҙар урындағы ветеринар хеҙмәтендә лә теркәү үтмәгән.

Сир 253 баш һарыҡтың 58-ендә асыҡланған. Әле карантин тәртибе индерелгән. Башҡортостандың ветеринария хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса 2021 йылда Рәсәйҙә 245 бруцеллез осрағы теркәлгән, шул иҫәптән беҙгә күрше өлкәләрҙә лә.

Ә быйыл ул 220 урында, шул иҫәптән Ырымбур, Свердловск өлкәләрендә табылған. Башҡортостанда әлегә тиклем бруциллез күҙәтелгәне булмаған.

Фото №1 - Учалы районының Ҡунаҡбай ауылындағы шәхси ярҙамсы хужалыҡта бруцеллез сире табылған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ