Баймаҡ районында ҡымыҙ һатыуға сығарыла башланы

Ҡымыҙ миҙгеле. Бик күптәр яратып эскән милли эсемлек һатыуға сыға башланы. Баймаҡ районында ҡымыҙ Алғаҙы йылғаһы буйындағы йылҡы йәйләүендә бешелә. Шифалы эсемлек әҙерләүселәр хаҡында киләһе сюжетта.

Фермер Кәбир Ҡунысбаев 2006 йылдан алып йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә.Алғаҙы йылғаһы буйында урынлашҡан йәйләүҙә Ҡунысбаевтар ғаиләһе шифалы эсемлекте әҙерләй. Миҙгел башланып ҡына тора, йәш ҡолонло бейәләр күп, әле 16 бейә һауыла.

Ҡоролоҡ сәбәпле, йылҡылар ҡышты ауыр сыға, ошоно күҙ уңында тотоп быйыл бейәләрҙе һауырға һуңыраҡ төшәләр.Рима Ҡунысбаева бала сағынан бейә һауа. Шуға ла уға был эш ауыр бирелмәй. Хужалыҡ икенсе йыл автоматлаштырылған система менән эшләй, тик ҡымыҙҙы фәҡәт көбөләрҙә ҡул менән бешәләр.

«Ҡыҙыу» осор башланыуға ҡолондар ҙа көрәйә,ҡымыҙ ҙа күберәк буласаҡ. Көнөнә 60-70 литр эсемлек етештерәләсәк. Уны һатыуға сығарыу Ҡунысбаевтарға ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Сөнки урындағылар араһында сифатлы һәм шифалы эсемлек һәр ваҡыттағыса ҙур һорау менән ҡулланыла.

Фото №1 - Баймаҡ районында ҡымыҙ һатыуға сығарыла башланы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ