Туймазы татар дәүләт театры 30-сы ижад миҙгелен Рафаил Фәтихов пьесаһы буйынса ҡуйылған «Ҡәҙерле кейәү» комедияһы менән тамамланы. Юбилей миҙгелендә театр актерҙары тамашасыларҙы бер нисә яңы сәхнә әҫәре менән шатландырған. Тулыраҡ Гөлдәриә Йосопова әҙерләгән яҙмала.
Дүрт кенә актер уйнаған сәхнә әҫәре тамашасыларҙы ваҡиғалар үҫеше көтөлмәгәнсә тиҙ һәм мажаралы булыуы менән арбай. Спектаклдә ваҡиғалар уҡыуын тамамлап тыуған ауылына ҡайтҡан Айгөл исемле ҡыҙ тирәләй бара.
Сюжет буйынса героиня киләсәк тормошон яратҡан кешеһе менән бәйләргә теләй, әммә атә-әсәһе быға ҡаршы төшә. Мөхәббәттәрен һаҡлап ҡалыу өсөн йәштәргә хәйләле план ҡорорға тура килә. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры һәм музыкаль яҡтан биҙәүсеһе Илдар Вәлиев әйтеүенсә, пьсесаның темаһы тормошсан һәм бер үк ваҡытта фәһемле булыуы меннә йәлеп итә.
Спектаклдәге дүрт ролдең береһен йәш актриса Алһыу Сәйфуллина уйнай. Театр коллективы йылдан-йыл йәш көстәр менән тулылана бара. Алһыу Сәйфуллина өсөн быйылғы ижад миҙгеле тәүгеһе булһа, йәш актер Илсур Миңлеғәлин икенсеһен йомғаҡлай.
Юбилей миҙгелендә Туймазы театры тамашасыларға биш премьера әҫәре тәҡдим иткән. Ижади коллектив республика төбәктәре һәм күрше Татарстанға гастролдәр менән сыҡҡан, баш ҡала сәхнәһендә лә сығыш яһаған. Ижади эшмәкәрлектә театрға йәш быуынды йәлеп итеүгә арналған Пушкин картаһы ла иҫәпкә алынған.
Театр актерҙары классик әҫәрҙәрҙе лә, хәҙерге авторҙарҙы ла берҙәй яҡын күрә. Шуға күрә репертуарҙағы спектаклдәр ҙә тамашасы күңеленә үтеп ингән ихласлыҡ, һәр кемде уйға һалған һәм борсоған мөхәббәт, илһөйәрлек, тормош мәғәнәһе кеүек мәңгелек темаларҙан тупланған.
Гөлдәриә Йосопова




