Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республикалағы баш идаралығынан иҫкәртеүҙәренсә, киләһе тәүлектә айырым райондарҙа елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе ихтимал.
Томан төшөүе, күреү мөмкинлеге урыны менән 500 метрғаса сикләнеүе көтөлә. Көн болотло, һауа температураһы көндөҙ 23 градусҡаса йылы. Ҡотҡарыусылар юлдағыларҙы яуым-төшөм ваҡытында айырыуса иғтибарлы булырға саҡыра.







