"Урал аръяғы" инвестиция һабантуйында ҡатнашыусылар бөгөн Баймаҡ районында уҙған һабантуйҙа булды

Ҡунаҡтар ошо төбәктә йәшәгән халыҡтың милли-мәҙәни хазиналары менән танышты, спорт ярыштарына, уйындарға тамаша ҡылды. Һабантуй сиктәрендә ҡымыҙ фестивале, башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау буйынса конференция ла ойошторолдо.

Милли байрамда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тәбрикләне. Баймаҡта уҙған һабантуйҙан БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Ҡунаҡтарҙы йыр-моң менән ҡаршы алыу ғөрөф-ғәҙәттәребе, кәсептәребеҙ, милли аш-һыуҙарыбыҙ менән таныштырыу – һәр һабантуйҙың күркәм йолаһы, биҙәге. Баймаҡ районы һабантуйында ла көньяҡ зонаға ҡараған һәр муниципаль берәмек тирмә ҡорған, һәр майҙан йыр-моңдан, уйындарҙан гөрләп тора.

Халыҡтың кәйефе яҡшы, яҙғы баҫыу эштәре тамамланған, тәбиғәт шифалы ямғырҙары менән ҡыуандыра.

Баймаҡ районы һабантуйының тағы ла бер биҙәге – ҡымыҙ фестивале, майҙанда төрлө хужалыҡтарҙың ҡымыҙын ауыҙ итергә, милли эсемлекте әҙерләү нескәлектәре менән танышырға мөмкин. Мәҫәлән, Ҡаратал ауылынан Хәмитовтар әйтеүенсә, уларҙа аттарға һөйөү быуындан-быуынға күсеп килә, олаталары данлыҡлы 112-се кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән, ә үҙҙәре йылҡы үрсетеү, ҡымыҙ һатыу эшен яйға һалған.

Ошонда уҡ башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса конференция ла уҙҙы. Ойоштороусылар фекеренсә, сарала сит төбәктәрҙән дә ҡунаҡтар ҡатнаша. Һүҙ үҙенсәлекле сифаттарға эйә башҡорт атын рәсми рәүештә теркәү, һаҡлау хаҡында бара.

Хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү – һабантуйҙың биҙәге, сәхнәгә был юлы ла төрлө тармаҡ вәкилдәре күтәрелде. Бүләкләнеүселәр араһында бар ғүмерен тыуған төйәгенә хеҙмәт итеүгә бағышлаған Миңлеғәле Йәрмөхәмәтов та бар.

Шулай ҙа һабан байрамының төп хужалары көндө төнгә ялғап эшләгән ялан батырҙары. Улар өсөн көнө йылды туйҙырыр яуаплы миҙгел. Шуға күрә баймаҡтарҙың бөгөн ер һелкетеп техника бейетеүенә лә ғәжәпләнерлек түгел, һабантуй ер кешеһе өсөн төп байрам.

Фото №1 - "Урал аръяғы" инвестиция һабантуйында ҡатнашыусылар бөгөн Баймаҡ районында уҙған һабантуйҙа булды

Рәмзиә Кәримова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ