Өфөнөң Спорт һарайы алдындағы майҙанда һәр ял һайын ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр һәм баҡсасылар үҙҙәре үҙ тауарҙарын тәҡдим итә. Cауҙа рәттәрендә йәшелсә-емештәрҙең һәм үҫентеләрҙең ниндәй генә төрө юҡ?! Йәрминкәгә БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким барып ҡайтты.
Йәрминкә өҫтәлдәре йәй башланыуын күрһәтә. Һатыуҙа – шифалы үләндәр, йәшелсәләр. Фермерҙар баш ҡала халҡына экологик яҡтан таҙа, сифатлы продукция тәҡдим итә.
Ауыл хужалығы йәрминкәһенә килгән ҡулланыусылар араһында башлыса өлкән йәштәгеләр. Улар ауылдан килтерелгән аҙыҡ-түлектең сифаты юғары булыуын билдәләй.
Крәҫтән-фермер хужалыҡтарында етештерелгән продукция ҡала халҡында ҙур һорау менән файҙалана. Һатыусылар ҙа сауҙанан ҡәнәғәт. Бында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү өсөн санитар тикшереүҙәр даими уҙғарыла. Фермерҙарға һәм шәхси хужалыҡтарға сауҙа урындары бушлай бүленә.
Флорида Ким







