Өфөлә БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Кәшфелғилем Ғәҙелшин иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды

Чернышевский урамындағы йортта талантлы режиссер ярты быуаттан ашыу йәшәгән. Шәхестең исемен мәңгеләштереү тантанаһына Башҡортостандың билдәле театр эшмәкәрҙәре йыйылды. Кәшфелғилем Фәйруша улы 1918 йылдың 3 мартында Дүртөйлө районы Әкәнәй ауылында тыуған.

Башҡорт театр-художество училищеһын тамамлағандан һуң, Александр Островский исемендәге Ленинград театр институтына уҡырға инә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Ҡыйғы колхоз-совхоз театры режиссеры булараҡ башлай. Артабанғы хеҙмәт юлы Башҡорт дәүләт академия һәм ҡурсаҡ театрҙары менән тығыҙ бәйле. Ул республикала телевидение ойоштороуға ла тос өлөш индергән шәхестәрҙең береһе.

Фото №1 - Өфөлә БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Кәшфелғилем Ғәҙелшин иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ