Бөгөнгә 2 миллион 66 мең гектар сәселгән. 100 мең гектарҙа эштәр ҡалған. Шәкәр сөгөлдөрөн сәсеү тамамланған. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ошо турала яҙа. Икмәк тә, шәкәр ҙә буласаҡ. Ауыл эшсәндәренә рәхмәт. Был аҙнала 18 районда һабантуйҙар булды. Халыҡ эшләй ҙә, ял да итә белә, ти Радий Хәбиров.Көйөргәҙе районында ла сәсеү тамамланды. Халыҡ һабан байрамын билдәләне. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Данил Акилов һөйләй.







