Райондарҙа мобиль флюорограф, маммограф, күсмә фельдшер-акушер пункттары һәм диагностика үҙәктәре эшләй. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, белгестәр 35 мең самаһы кешене ҡараған. Табиптар киләһе аҙнанан Иглин, Балаҡатай, Борай, Туймазы, Стәрлетамаҡ һәм Бөрйән райондарында йәшәүселәрҙе ҡабул итә.“Сәләмәтлек поездары”ның эш теҙмәһе менән интернетта танышырға мөмкин.





