Өфөлә ҡала көнөндә Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары сығыш яһай

Быйыл төп сара 12 июндә Сипайлово биҫтәһендә “Ҡашҡаҙан” мәҙәниәт һәм ял паркы биләмәһендә ойошторола. Бында көндөҙгө өстән киске ун бергә тиклем күңел асыу программаһы ҡаралған. Киске тамаша ваҡытында Өфөнөң 450 йыллығы символы – Һуҫар менән таныштырыу була, шулай уҡ Башҡортостандағы иң ҙур мультимедия һәм музыкаль фонтаны асыла. Байрамда “На-на” һәм “Дабро” музыкаль төркөмдәре сығыш яһай. Тамаша сағыу фейерверк менән тамамлана.

Фото №1 - Өфөлә ҡала көнөндә Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары сығыш яһай
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ