Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары такси менән бушлай йөрөй ала

“Яндекс.Такси” хеҙмәте менән берлектә тормошҡа ашырылған социаль проект федераль программаға индерелде. Рәсәй Һанлы үҫеш министрлығы хуплау белдергән һәм булышлыҡ итә. Машинаны социаль координаторҙар хеҙмәте белгесе аша саҡыртырға була. Ветеран һәм уны оҙатып йөрөүсе таксиҙа теләгән маршруты буйынса түләүһеҙ барып етә ала. Социаль проект беҙҙең республикала 2020 йылдан эшләй. Ошо ваҡыт эсендә транспорт хеҙмәте менән 800-ҙән ашыу тапҡыр файҙаланғандар.

Фото №1 - Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары такси менән  бушлай йөрөй ала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ