4 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был турала бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе. “Һәләк булғандар араһында балалар бар”, - тине ведомство етәксеһе.
Үткән аҙнала республикала 200-ҙән ашыу янғын теркәлгән, 4 кеше һәләк булған. Йыл башынан янғында үлеүселәр 29-ға кәмегән. Башҡортостанда урман янғындары теркәлмәгән. Һыу ятҡылыҡтарынан 5 кешенең кәүҙәһе сығарылған. 112 Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә 43 мең тирәһе шылтыратыу ҡабул ителгән.




