Был “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйына ҡағылышлы һандар. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов эшлекле йыйын һөҙөмтәләрен барланы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инвестиция һабантуйының төп һөҙөмтәһен атаны. Ул Урал аръяғын энергия менән тәьмин итеүгә ҡағыла.
Сибайҙа үткән инвестиция һабантуйы барышын 75-тән ашыу киң мәғлүмәт сараһы, шул иҫәптән 16 федераль матбуғат, радио һәм телевидение яҡтыртҡан.




