Лауреаттар 5 номинацияла бүләкләнә. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Дәүләкәндән Вәлиевтар – “Алтын ғаилә”, Саҡмағоштан Ғәлиевтар – “Күп балалы ғаилә”, Тәтешленән Мулләхмәтовтар – “Ауыл ғаиләһе”, Салауат ҡалаһынан Ғәйнуллиндар – “Йолаларҙы һаҡлаған ғаилә”, Ағиҙелдән Иваевтар – “Йәш ғаилә” номинацияларында иң яҡшыһы тип табылды. Улар беҙҙең республика исеменән Бөтә Рәсәй конкурсында сығыш яһай. Ил кимәлендә еңеүселәрҙе бүләкләү Мәскәүҙә көҙ үтә.







