Республикала һуңғы биш йылда рәсми ҡомлоҡтар ике тапҡыр артҡан. Был турала бөгөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе. Әле пляждар һаны 140-ҡа яҡын. Был һанды ла икегә күбәйтеү бурысы тора, тине ведомство етәксеһе.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡомлоҡтар һанын арттырырға ҡушты.
Йыһазландырылған һәм хәүефһеҙ булған һыу инеү урындары исемлеге менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында танышырға була.







