Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Үзбәкстан инвесторҙары менән осрашты

Башҡортостанда Үзбәкстан инвесторҙары аҡсаһына газ ҡорамалдары, еңел машиналар өсөн амортизаторҙар заводтарын төҙөү тураһында һөйләшеү булды. "ГазРесурс"  ойошмаһы етәксеһе Кудрат Абдуллаев  белдереүенсә,  компания  Башҡортостанда  газ яғыулығы станциялары  төҙөү менән шөғөлләнә.  Сығымдарҙы кәметеү  өсөн газ балондары  заводын төҙөү ниәте бар.  "KIK" йәмғиәте  директоры Шерзод Турсунов Башҡортостанда еңел автомобилдәр өсөн амортизаторҙар етештереүҙе яйға һалыу планы менән уртаҡлашты. Республика Башлығы Радий Хәбиров был тәҡдимдәрҙе өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерергә, яңы предприятиелар булдырыуҙа һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә ҡушты.

Фото №1 - Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә Үзбәкстан инвесторҙары менән осрашты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ