Иң мөһиме: беҙ берҙәм һәм татыу

Белоруссияның Гродно ҡалаһында 13-сө тапҡыр милли мәҙәниәттәр фестивале ойошторолдо. Байрам сараһында төрлө халыҡтарҙың йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышырға мөмкинлек тыуҙы. Башҡорттар тәүге тапҡыр ҡунаҡтарҙы үҙ тирмәһендә ҡабул итте.

Халҡыбыҙҙың милли ҡомартҡыһы ысын мәғәнәһендә фестиваль биҙәгенә әүерелде. Милләттәр байрамы хаҡында тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов әҙерләгән репортажда.

Гродно ҡалаһы үҙәгендә милли кейемдәр парады. Был сара һәр ваҡыт фестивалдең иң сағыу өлөшө. Ул Белоруссияла йәшәүсе халыҡтарҙың төрлөлөгөн һәм берҙәмлеген күрһәтә. Байрам ҡунаҡтары урам буйлап атлаған өс тиҫтәләп милләт вәкилен сәләмләне. Улар араһында башҡорттар үҙҙәренең сағыу кейемдәре менән барыһының да иғтибарын йәлеп итте.

Милли мәҙәниәттәр фестивале Гродно ҡалаһында 13-сө тапҡыр ойошторолдо. Халыҡ-ара бәйләнештәр тарҡалып торған ваҡытта белорустар милләттәр дуҫлығын һаҡлауға үҙ өлөш индерә.

Минскиҙа йәшәгән башҡорт һәм татарҙар «Шишмә» мәҙәни ойошмаһын булдырған. Улар башҡарыуындағы йыр-моңдар байрамға килеүсе һәр кемдең күңеленә хуш килде. Үҙешмәкәр коллектив сығыштарын Нефтекама филармонияһы артистары байытты.

Беларустарҙың күптәнге традицияһы буйынса, байрам көнөндә ҡунаҡ ҡабул иткән хужалар йыл буйына ауырымай. Әммә бының өсөн йорт-ҡаралты кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итеп торорға тейеш. Был йәһәттән сит илдә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә хәҙер борсолорға урын юҡ.Сөнки Башҡортостан етәкселеге ярҙамы менән яҡташтарыбыҙ тирмәле һәм милли кейемле булды.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров былтыр декабрҙә Белоруссияға эш сәфәре барышында яҡташтарыбыҙ менән осрашты. Фекер алышыу барышында телгә бәйле төрлө һорауҙар күтәрелде. Сит илдә йәшәүсе ватандаштарыбыҙ республика етәксеһенән башҡорт тирмәһе һәм милли костюмдар алыуҙа ярҙам күрһәтеүен һораны.

Әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп иткән башҡорт тирмәһен Белоруссия мәҙәниәт министры Анатолий Маркевич менән Грондо өлкәһе губернаторы Владимир Караник та урап үтә алманы. Улар халҡыбыҙҙың милли аш-һыуҙарынан ауыҙ итте, йолалар менән танышты, хатта уртаға төшөп бейеп тә алды.

Милли мәҙәниәттәр фестивале сиктәрендә һабантуй ҙа ойошторолдо. Белорустар халҡыбыҙҙың төрлө бәйгеләрендә үҙ көстәрен һынаны. Милләт-ара дуҫлыҡ һәм татыулыҡ байрамында ҡатнашыусылар киләһе йылда ла Гродно ҡалаһында осрашырға һүҙ ҡуйышты.

Фото №1 - Иң мөһиме: беҙ берҙәм һәм татыу

Илдар Байбулатов

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ