Башҡортостандан Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына унынсы гуманитар ылау оҙатылды

Туғандарса ярҙам. Башҡортостандан Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына унынсы гуманитар ылау оҙатылды. Йөк машиналарына төҙөлөш материалдары, медицина ҡорамалдары, кейем, көнкүреш һәм хужалыҡ тауарҙары тупланған. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Иртә менән «Торатау» конгресс-холлы янындағы майҙанға бер-бер артлы йөк машиналары ағылды. Сираттағы гуманитар ылауҙы оҙатырға ваҡыт. Дүрт транспорттың өсәүһе Луганск халыҡ республикаһына, берәүһе Донецк яҡтарына тәғәйенләнгән. Тәжрибәле водителдәр оло юлды ике тәүлек эсендә үтергә ниәтләй.

Машиналарҙа алтмыш тоннаға яҡын йөк. Кейем, көнкүреш тауарҙарынан тыш, төҙөлөш материалдары, һыу тупланған. стоматология кабинеттары йыһазландырылған. Гуманитар ылауҙы йыйыуға тотош республика халҡы ҡушылғайны. Ярҙамдан ҡеүәтле предприятиелар ҙа, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре лә ситтә ҡалмаған.

Хәйриә сараһында Өфөнөң Октябрь районы ветерандар ойошмаһы ла ҡатнаша. Өлкәндәр үҙ миҫалында мәрхәмәтлеккә әйҙәй.

Унынсы гуманитар ылау Донбаста йәшәүселәрҙең ихтыяжынан сығып тупланған. Әйткәндәй, дөйөм алғанда, Башҡортостан Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына 900 тоннанан ашыу гуманитар ылау оҙатҡан. Әле унда медицина десанты ла эшләй, беҙҙең ярҙам менән юлдар, ихаталар, социаль объекттар төҙөкләндерелә.

Туғандарса ярҙам бының менән генә сикләнмәй. Башҡортостандан сираттағы гуманитар ылауҙы июнь аҙағында оҙатыу планлаштырыла. Әйткәндәй, иртәгә республиканың йәйге һауыҡтырыу лагерҙарына Луганскиҙан ике йөҙҙән ашыу бала киләсәк.

Фото №1 - Башҡортостандан Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына унынсы гуманитар ылау оҙатылды

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ