Сәләмәтлек һағында. Башҡортостан табиптары Луганск халыҡ республикаһында йәшәүселәргә беренсел медицина ярҙамы күрһәтеүҙән тыш, ҡатмарлы операциялар ҙа яһай. Яҡташтарыбыҙ Красный Луч үҙәк ҡала күп профилле дауаханаһының травматология бүлегендә эшләп, күптәрҙе аяҡҡа баҫтырған.
Бәхетле исемлектә Михаил Шульга ла бар. Ул февралдә хәрби хеҙмәткә саҡырылып, апрелдә мина шартлауҙан яраланған, тубыҡ быуыны, аяғы зыян күргән. Башта ҡаты йәрәхәтләнеүсегә Луганскиҙа операция үткәрелгән, артабан ул йәшәү урыны буйынса дауалау курсын ала.
Красный Лучтағы медицина учрежениеһы металл ҡоролмалар, пластиналар, дарыу препараттары менән дә тулыһынса тәьмин ителгән. Травматология бүлегендә генә бөгөн утыҙға яҡын кеше дауалана.
Гөлназ Хәйбуллина




