Дүртенсе тапҡыр ойошторолған бәйге, ғәҙәттәгесә, «Аҡбуҙат» ипподромында уҙҙы. Финалдың беренсе этабында 41 райондан 200 ат ҡатнашты. Киләһе этапҡа 96 вәкил үтте.
Финалда ҡанташыусылар исемлеге 4 көнлөк бәйге барышында билдәле буласаҡ. «Терра Башҡортостан» республика ат-спорт турниры йылҡысылыҡты үҫтереү һәм ат спортын популярлаштырыу маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәте һәм төбәк ауыл хужалығы министрлығы тарафынан ойошторола.
Рәзилә Ғиниәтуллина




