“Бигерәк тә беҙҙә үткән ҙур халыҡ-ара сараларҙы оҫта яҡтыртыуығыҙ юғары баһаға лайыҡ”, тине ул. Радий Хәбиров миҫал булараҡ Бөтә донъя фольклориадаһын атаны.
Радий Хәбиров бөгөн журналистарға дәүләт бүләктәре тапшырҙы.“Юлдаш” радиоһының Яңылыҡтар редакцияһы комментаторы Гүзәл Ситдиҡоваға “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Был награда шулай уҡ Спутник ФМ радиоһы алып барыусыһы Трофим Татарниковҡа тапшырылды. “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы баш инженеры Филүс Ҡунафин “Республиканың атҡаҙанған IT-индустрия хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды.







