Баймаҡ районында боронғо ҡәберлектәрҙе эҙләйәсәктәр

Баймаҡ районында боронғо ҡәберлектәрҙе эҙләйәсәктәр. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге белгестәре 20 йылға туҡталып ҡалған археологик ҡаҙыныу эштәрен тергеҙә. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты июлдә “Ҡыҙыл Яр – 2” һәйкәлендә ҡаҙыныу эштәренә тотона. Райондың көньяғында урынлашҡан археологик ҡомартҡы кешелек тарихы өсөн мөһим мәғлүмәттәр һаҡлай, тигән фекерҙә белгестәр. Был урында ҙур йәшмә ятҡылығы булған, боронғо кешеләр уны ҡорал эшләү өсөн әүҙем ҡулланған,  таштан эшләнгән эш ҡоралдары ла табылған.

Фото №1 - Баймаҡ районында боронғо ҡәберлектәрҙе эҙләйәсәктәр
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ