Башҡортостанда яңы фельдшер-акушер пункттары төҙөлә

Республика  Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге  яңылыҡтар менән уртаҡлаша. “Ошо арала Стәрлебаш, Ейәнсура, Ауырғазы, Тәтешле райондарында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттарын асабыҙ.Быйыл йәй Бөрөлә поликлиника  тапшырырға тейешбеҙ. Көҙөн Илеш районының Дөмәй һәм Туймазы районының Иҫке Туймазы ауылында  табип амбулаторияһы сафҡа инә. Затон биҫтәһендә поликлиника  һәм Баймаҡта балалар  поликлиникаһын төҙөү дауам итә. Киләһе йылға Дыуан районының Мәсәғүт ауылында балалар поликлиникаһы һәм Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында ашығыс ярҙам станцияһы менән бергә дауахана файҙаланыуға тапшырасаҡбыҙ. объекттарҙы Билдәләнгән ваҡытҡа төҙөп өлгөртөү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ”, тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото №1 - Башҡортостанда  яңы фельдшер-акушер пункттары төҙөлә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ