Өфөлә «Медиайыйын» матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары форумы үтте

Көнбайыштың агрресив мәғлүмәт баҫымына ҡаршы тороу һәм халыҡҡа дөрөҫлөктө еткереү мөһим. Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы «Торатау» конгресс-холында үткән «Медиайыйын» форумында белдерҙе. Уның барышында глобаль үҙгәрештәр шарттарында журналистика һәм киң мәғлүмәт сараларының урыны һәм бурыстары тикшерелде. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллинаның репортажы.

«Медиайыйын»ды асыу тантанаһында Радий Хәбиров Донбасстағы ваҡиғаларҙы яҡтыртыуҙа ҡатнашҡан журналистарҙы билдәләп, уларға ҡыйыулыҡ күрһәткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Махсус хәрби операция барышы, гуманитар ылау оҙатыу, урындағы тергеҙеү эштәре менән таныштырыу – «Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәселәре, операторҙары ҡурҡыу белмәй, алғы һыҙыҡҡа баҫты.

Коронавирус башланған осорҙа ла Башҡортостан юлдаш телевидениеһының ижади төркөмө «Ҡыҙыл зона»ға инеп, мәкерле сир менән көрәш барышын әүҙем яҡтыртты. Республика етәксеһе коллегабыҙ Анастасия Илсебаеваны ҡыйыулығы өсөн айырым билдәләп үтте.

Журналистар дөрөҫлөк эҙләп утҡа ла, һыуға ла инергә әҙер. Әммә бөгөн Рәсәйгә ҡарата ысын мәғәнәһендә мәғлүмәт һуғышы бара. Республика киң мәғлүмәт сараларының сираттағы форумында Көнбайыштан килгән баҫымға ҡаршылыҡ күрһәтеү механизмдары өйренелде.

Республикала «Медиайыйын» икенсегә үтә. Форум Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән уҙғарыла башлағайны. Былтыр апрелдә ул Ғафури районында ойошторолоп, милли матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларын берләштерһә, быйыл киңәйтелгән форматта бара. Бында алты йөҙгә яҡын журналист саҡырылған, бойондороҡһоҙ баҫма вәкилдәре лә бар.

Сарала ҡатнашыусылар өсөн түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Улар алдында федераль эксперттар сығыш яһаны. Төп темаларҙың береһе «медиа патриотлыҡ» булды. Заман яңы саҡырыу ҡуя.

Дөрөҫ мәғлүмәт еткереүҙә район киң мәғлүмәт сараларына ла төп баҫым яһала. Республика ауыл, муниципалитет тормошон яҡтыртыусыларҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡ.

Фиҙаҡәр хеҙмәткә лайыҡлы баһа. Форум сиктәрендә бер төркөм журналистарға юғары дәүләт наградалары ла тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында радио-телевидение өлкәһе белгестәре лә булды.

Башҡортостандың барлыҡ журналистарын берләштергән форум сиктәрендә мөһим ҡарарҙар ҙа яһалды. Әйтәйек, дәүләт булмаған киң мәғлүмәт сараларына ла грант ярҙамы күрһәтелә башлаясаҡ.

Фото №1 - Өфөлә «Медиайыйын» матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары форумы үтте

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ