Бөгөн Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышының легендар геройы Даян Мурзинға һәйкәл асылды

Тантаналы сарала Радий Хәбиров, Рәсәй генараль прокуроры уранбаҫары Николай Шишкин һәм ведомстволар вәкилдәре, прокуратура ветерандары ҡатнашты.

Легендар яҡташыбыҙ Даян Баян улына һәйкәл Өфөнөң матур урындарының береһендә – «Нур» театры скверында урынлашҡан. Бер ҡулына – мылтыҡ, икенсеһенә сәскә гөлләмәһе тотҡан һын донъяны фашист илбаҫарҙарынан азат итеүсенең бөйөклөгөн сағылдыра. Украинала махсус операция барған көндәрҙә илһөйәрлек тойғоһон үҫтереү айырыуса мөһим тине, Радий Хәбиров.

1921 йылда Баҡалы районында тыуған Даян Мурзин һуғыштың тәүге көнөнән үк фронтҡа алынған. Белоруссия, Украина, Молдавия һәм Чехословакияла партизан хәрәкәтен етәкләй.

Ауыр яраланған көйө лә ул илбаҫарҙарға ҡаршы көрәшеүен туҡтатмай. Мурзин отряды тарафынан дошмандың тиҫтәләгән хәрби эшелоны, 18 хәрби самолеты менән аэродромы ҡулға алынған, 19 тимер юл күпере ҡыйратылған 4000-дән ашыу фашист үлтерелгән, 245 офицер һәм һалдат әсир алынған.

«Ҡара генерал» тигән ҡушаматлы ҡаһарман яугирҙы Гитлер шәхси дошманы күреп, уның башы өсөн 2 мимллион марка вәғәҙәләгән.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын йыш хәтерләп һөйләне. Дошмандың тәрән тылына ебәрелгәс,унан тик еңеү менән әйләнеп ҡайтырға маҡсат ҡуйыуын һәм уға ирешеүен иҫенә ала ине. 1945 йылдың 9 майында партизан бригадаһы менән үҙҙәре азат иткән ҡала урамынан байраҡ тотоп барған фотоһы өйөбөҙ түрендә иң ҡәҙерле урында һаҡлана.

Альбина Мурзина, Даян Мурзиндың ейәнсәре

Еңеү менән әйләнеп ҡайтҡандан һуң Даян Баян улы Баҡалы районы халыҡ мәғарифы бүлегендә эшләгән. Артабан күп йылдар республика прокуратураһында, эске эштәр министрлығында, Башҡортостан адвокаттар коллегияһында хеҙмәт иткән.

Ҡаһарман яугир, ил улы ун йыл элек арабыҙҙан китте. Тантаналы сарала ҡатнашыусылар һәйкәлгә сәскә һалды һәм уны бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышының легендар геройы Даян Мурзинға һәйкәл асылды

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ