Мәсьәлә Өфөлә үткән ведомство-ара кәңәшмәлә тикшерелде.
Рәсәйҙең Генераль прокуроры урынбаҫары Николай Шишкин етәкселегендә үткән фекер алышыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров, республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин, күҙәтеү һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Федераль власть вәкиле проблемалы объекттарҙа төҙөлөштө тамамлау буйынса сараларҙа етешһеҙлектәрҙе атаны һәм өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса системалы эште дауам итергә ҡушты.
Рәзилә Ғиниәтуллина




