Тоннель осонда яҡтылыҡ күренде

Көнсығыш сығыу юлы төҙөүселәре, ниһайәт, тау аҫтынан юл ярҙы. Хәҙер Өфө йылғаһы яғынан Салауат Юлаев проспектына тиклем үтәнән үтә сығырға мөмкин.

Башҡарылған эштәр пландағы ваҡыттан бер айға иртәрәк тамамланған. Меңдән ашыу метр оҙонлоғондағы тоннелде ярыу өсөн 73 мең кубометр ер сығарылған. Яҡын көндәрҙә төҙөүселәр стеналарҙы бетон менән нығыта башлай.

Был эштәр йыл аҙағына тиклем барасаҡ. Бөгөнгә Көнсығыш сығыу юлының техник әҙерлеге 49 процент тәшкил итә. Төҙөлөш тергеҙелгәндән алып барлығы 3 миллиард ярым һум үҙләштерелгән. Эштәр тәүлек әйләнәһенә бара. Бер үк ваҡытта Өфө йылғаһы аша күпер һәм эстакада төҙөү дауам итә.

Фото №1 - Тоннель осонда яҡтылыҡ күренде

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ