Былтырғы ҡоролоҡто иҫәпкә алып, ике йылға етәрлек запас туплау бурысы ҡуйыла. Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, эштәр яҡынса 350 гектар самаһы майҙанда башҡарылған. Хужалыҡтар әле башлыса һутлы аҙыҡ – сенаж әҙерләй. Ҡалтасы районы «Восход» кооперативы эшсәндәре тәүгеләрҙән булып күп йыллыҡ люцерна яландарын сабыуға төшкән. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Күп йыллыҡ үләндәрҙе сабыусы аграрийҙар ямғырлы яҙҙан яҡшы уңыш көтә. «Восход» кооперативы эшселәре баҫыу эштәрен тамамлап сенаж әҙерләүгә тотондр. Хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре 836 эре-мөгөҙлө малды ҡыш буйы ашатыу өсөн аҙыҡ әҙерләп өлгөрөргә тырыша.
Сенаж һалыуҙан тыш кооператив баҫыуҙарында бойҙай, арыш, гәрсис, борсаҡ, арпа һәм башҡа культуралар йыйыу көтөлә. Бы сәнәғәт күләмендә ит , һөт етештереүгә нигеҙ булып тора. Хужалыҡта аҫралған 356 һауым һыйырынан көнөнә 6 мең тоннанан ашыу һөт һауыла. Сифатлы продукция һатыуға республика сауҙа нөктәләренә оҙатыла.
Ҡышҡылыҡҡа мал аҙығын әҙерләү Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Мәләүез, Краснокама райондарында ла башланды. Былтырғы ҡоролоҡто иҫпәкә алып республика аграрийҙары сенажды ике тапҡыр күберәк күләмдә әҙерләргә ниәтләй. Бының өсөн 436 мең гектар майҙанда күп йыллыҡ үләндәрҙе сабып аҙбарҙарҙы мал аҙығы менән тултырып ҡуйыу маҡсаты ҡуйыла.
Флорида Ким




