«Йәшел эштәр марафоны». Башҡортостандың йәш гвардиясылары, экологтар, ирекмәндәр Бөтә Рәсәй экологик марафонында ҡатнашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Был ҡый ҡалдыҡтары – ял итеүселәрҙең вайымһыҙлыҡ һәм яуапһыҙлыҡ күренеше. Төркөм-төркөм булып Ҡариҙел буйында, хозур тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратыусылар йыш ҡына үҙҙәре артынан йыйыштырға теләмәй йәки бөтөнләй онота.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Йәш гвардиясылары» Ҡариҙел йылғаһы ярында тәртип һәм таҙалыҡ булдырыуҙы үҙ яуаплылығына алған. Бөтә Рәсәй «Йәшел эштәр» экологик акцияһына ла улар әүҙем ҡушылды.
Илле кешенән торған төркөм 700 квадрат метр майҙанды ике сәғәт ярымда таҙартты. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан махсус эш ҡоралдары, бирсәткәләр, йыйылған сүпте һалыу өсөн тоҡтар бүленгән. Экологик марафонда ҡатнашыусылар араһында киләсәктә үҙҙәрен тәбиғәтте һаҡлау йүнәлешендә күрергә теләүселәр ҙә бар.
Экологик акцияла Өфөнән тыш, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүселәр ҙә әүҙем ҡатнашты. Ҡаланың тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булған граждандары йылға ярын һәм тирә-яҡты сүп-сар ҡалдыҡтарынан таҙартыуҙа ҡатнашты. Улар көсө менән йөҙҙән ашыу тоҡҡа ҡалдыҡтар тултырылып, сүп урналарына һалынды.
«Планетаны ҡотҡар» экологик сараһы айырым һаҡлана торған биләмә – Өфөнөң Непейцев дендропаркында ла ойошторолдо. Экологик марафонда ҡатнашыусылар тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булырға саҡырып, халыҡҡа мөрәжәғәт итте.
Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм Рәсәйҙә үткәрелгән эколог көнөндә «Йәш гвардиясылар» Ҡариҙел ярының 700 квадрат метр майҙанын сүп-сарҙан һәм быяла валсыҡтарынан таҙартты. Бындай экологик өмөләр Башҡортостандың бөтә район-ҡалаларында үтте. Киләсәктә экологик өмәләр ай һайын үткәреләсәк тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова







