Өфөлә «Баш ҡала йондоҙсоҡтары – 2022» конкурсына йомғаҡ яһалды

Ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһе балаларға. Баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм үҫтереү йылына арналған гала-концертта балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре майҙан тотто.

Финалға үткән 26 коллектив араһынан икәүһе гран-при яуланы. Улар араһында Совет районынан Рәсәй Геройы Риф Сәхәбетдинов исемендәге 15-се белем биреү үҙәге йондоҙсоҡтары ла бар.

«Башҡортостан йондоҙсоҡтары – 2022» ҡала конкурсында биш йөҙҙән ашыу бала ҡатнашҡан. Конкурс ике этапта үткәрелгән. Йомғаҡлау өлөшөндә 285 ҡыҙ һәм малай сәхнәлә маһирлығын күрһәтте.

51-се балалар баҡсаһынан «Күңелле өйөрөлсәк» бейеү ансамбле беренсе урын яуланы. Тәрбиәселәре Шәүрә Ярмуллина, музыка етәксеһе Ирина Ефимова балалар уңышлы сығыш яһаһын өсөн ҙур тырышлыҡ һалған. Ата-әсәләр ҙә балаларҙың призлы урын алыуына шат.

Фото №1 - Өфөлә «Баш ҡала йондоҙсоҡтары – 2022» конкурсына йомғаҡ яһалды

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ