Бөгөн - Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө. Башҡортостанда 15 меңдән ашыу социаль хеҙмәткәр иҫәпләнә. Уларға йыл әйләнәһе 1 миллион ярым кеше мөрәжәғәт итә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:
Республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Өфөнән “Изгелек” үҙәге белгесе Рәмзилә Ғәниева хаҡында яҙа. Рәмзилә Камалетдин ҡыҙы 20 йылдан ашыу социаль хеҙмәткәр булып эшләй. “Беҙ күптәр өсөн ғаилә ағзаһына әйләндек”, - ти ул.







