Быйыл торлаҡ төҙөлөшөндә алданған өс меңдән ашыу кешегә ярҙам күрһәтелгән. Премьер-министр Андрей Назаров шулай тип белдерҙе.
Андрей Назаров әйтеүенсә, федераль фонд ярҙамы менән 63 проблемалы йортта фатир алыусыларҙың проблемаһын хәл итеү көтөлә. Ҡайһы бер йорттар төҙөлөп бөтә, башҡалары өсөн компенсация түләнә.







