Был турала Радий Хәбиров Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров уҙғарған граждандарҙы ҡабул итеүҙә билдәләне. Владимир Путинға килгән мөрәжәғәттәрҙең береһе Баймаҡтағы медицина учреждениеһы төҙөлөшөнә ҡағылды.
Башҡортостан башлығы яңы поликлиниканың «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә төҙөлөүен билдәләне. Өс ҡатлы объекттың майҙаны – алты мең квадрат метр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл майҙа төбәк етәксеһе Баймаҡҡа эш сәфәре барышында төҙөлөш майҙансығында булып, объекттағы эштәр менән яҡындан танышты. Радий Хәбиров билдәләүенсә, учреждение тейешле медицина ҡорамалдары менән дә йыһазландыраласаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина




