Өфө районында аварияла 55 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлдө

Юл-транспорт ваҡиғаһы Һамар – Өфө – Силәбе юлының 447 -се саҡырымында теркәлгән. ВАЗ-2114 автомобиле менән идара иткән 26 йәшлек Татарстан кешеһе Шишмә районында йәшәүсе ҡатынды бәрҙергән.

Ул йәйәүлеләр үткәүеленән юл аша сығып барған. Йәрәхәтләнгән ханым дауаханаға оҙатылған, әммә табиптар уның ғүмерен ҡотҡарып ҡала алмаған. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы һауа торошо боҙолғанда водителдәр һәм йәйәүлеләргә икеләтә иғтибарлы булырға саҡыра.

Минән уң яҡта йөк машинаһы бара ине, ул үтеп киткәс, машина тәҙрәһенә һыу һибелде, үткәүелдән ҡатын сығып барған, мин уны күреп ҡалдым, әммә һуң ине, туҡтап өлгөрмәнем.

Фото №1 - Өфө районында аварияла 55 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлдө

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ