Иглин үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәре ауыр енәйәттә ғәйепләнә

Иглин үҙәк район дауаханаһының ашығыс медицина ярҙамы бүлеге фельдшеры ришүәтселектә ғәйепләнә. Медицина хеҙмәткәре ковид түләүҙәре алыр өсөн ялған саҡырыуҙар менән документтар тултырған. Уның «Действие» профсоюздар ойошмаһы ағзаһы булыуы билдәле. Аҡ халаттағы ҡара тап тураһында киләһе яҙмала.

Иглин районы үҙәк район дауаханаһының ашығыс медицина ярҙамы бүлегендә эш ғәҙәти режимда. Пандемияның ауыр көндәре артта ҡалған. Әммә уның шаңдауы түгел. Был бүлмәлә ковид-19 вирусы менән сирләүселәргә ялған саҡырыуҙар менән документтар тултырылған. Алты йылға яҡын бында эшләүсе хеҙмәткәр ғәйебен йәшермәй.

Ғәйебемде таныйым. Нисектер ҡапыл килеп сыҡты. Тәүҙә бер ялған саҡырыуҙы тултырҙым, һуңынан икенсеһен.. Аҡса өсөн, әлбиттә. «Действие» профсоюздар ойошмаһында торҙом. Алтын тауҙар вәғәҙәләгәйнеләр. Был хәл килеп сыҡҡанда ярҙамдары булманы. Мин ул ойошманан сыҡтым.

Денис Ураҙбаев, Иглин үҙәк район дауаханаһы ашығыс медицина ярҙамы фельдшеры

Яҡынса егерме ялған саҡырыу ковид менән сирле пациенттар исеменә тултырылған. Ураҙбаевтың башланғысына бүлектән унға яҡын фельдшер ҡушылған.

Фектив саҡырыуҙар декабрь һәм ғинуар айҙарына тура килә. Аҡ халатлыларҙың ҡара эше эске тикшереү ваҡытында асыҡланған. Дауахана етәкселеге әйтеүенсә, бер документ коронавирус менән сирләмәгән кеше исеменә тура килгән. Ковид пандемияһы ваҡытында тажлы вирус менән ауырыусыларға саҡырыуға барған фельдшерҙарға өҫтәмә аҡса түләнде. Ураҙбаев саҡырыуҙар һанын арттырып күрһәтеп, 51 мең һум аҡса алған.

Алдаҡ эшмәкәрлек асыҡланғас та, фельдшер Федераль именлек хеҙмәткәрҙәренә ришүәт биреп ҡотолоп ҡалмаҡсы була. Әммә аҡса тапшырғанда уны ҡулға алалар.

Ришүәт биреү буйынса фельдшерға енәйәт эше ҡуҙғатылған, суд ҡарары уны һөнәренән ситләтмәгән. Ураҙбаев ғәҙәттәгесә ашығыс саҡырыуҙарға йөрөй.

Фото №1 - Иглин үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәре ауыр енәйәттә ғәйепләнә

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ