«Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе сираттағы партия проекттары әҙерләү өҫтөндә эш алып бара

Халыҡ уңайлығы өсөн. «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе сираттағы партия проекттары әҙерләү өҫтөндә эш алып бара. Социаль, инфраструктура һәм башҡа өлкәләргә ҡараған 35 проект бөгөн стратегик сессия барышында ҡаралды.

Уларҙың 17-һе – федераль, ҡалғандары – республика проекты. Башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында аҡса федераль бюджеттан йәлеп ителә. Сарала партия проекттары координаторҙары һәм йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты.

Әңгәмә барышында проект һөҙөмтәләре менән халыҡты таныштырыу, һанлаштырыуҙың мөһимлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Бөгөн республикала партия тәҡдим иткән «Реаль эштәр», «Хәүефһеҙ юлдар», «Ҡала мөхите», «Балалар спорты» һәм башҡа проекттар уңышлы эшләп килә.

Фото №1 - «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе сираттағы партия проекттары әҙерләү өҫтөндә эш алып бара

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ