«Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрсеһе Айнур Кәбиров маҡтаулы наградаға лайыҡ булды

Фиҙакәрлек билдәһе. «Медиайыйын» киң мәғлүмәт саралары форумы сиктәрендә бер төркөм журналистарға юғары дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырылды.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы коллективы эше лә лайыҡлы баһаланды. «Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрсеһе Айнур Кәбиров төбәктең матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы Почет грамотаһын алды. Шулай уҡ бүләкләнеүселәр араһында журналист Руслан Батыргәрәев, ҡораусы-инженер Рәшит Сираев, операторҙар Александр Лысенко, Роберт Дәүләтбирҙин да булды.

Фото №1 - «Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрсеһе Айнур Кәбиров маҡтаулы наградаға лайыҡ булды

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ