Заманса ҡоролма «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендәге беренсел звеноны модернизациялау программаһы ярҙамында тормошҡа ашырылған. Бынан ары, төбәк халҡына медицина тикшереүе артынан Өфөгә, йә күрше район дауаханаларына йөрөргә тура килмәйәсәк. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Красная Горка ауылында йәшәүсе Дания Хәлимова бөгөн ваҡытын файҙалы тотондо. Ренген тикшереүен үтер өсөн Өфөгә барырға тура килмәне. Ә Нуриман үҙәк район дауаханаһында маммография үтеп, урында уҡ табипҡа күренеп тура өйөнә ҡайтты. Кәм тигәндә ете-һигеҙ сәғәт ваҡытын экономияланы.
Заман медицина ҡоролмаһы табиптар өсөн дә ҡулай. Ни өсөн тигәндә, маммограф аппараты Нуриман районы һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында әлегә тиклем бөтөнләй булмаған. Шуға ла төбәк ҡатын-ҡыҙҙарына тикшеренеү өсөн Өфөгә, йә күрше райондарға мөрәжәғәт итергә тура килгән.
Ә был иһә флюорография кабинеты. Медицина аппараты Нуриман районы үҙәгендә аҙна-ун көн элек файҙаланыуға тапшырылған. Уның менән бергә дауахана кабинеты ла танымаҫлыҡ булып үҙгәргән.
Ике медицина ҡоролмаһы ла федераль милли проекттың «Һаулыҡ һаҡлау тармағын модернизациялау» программаһы буйынса тормошҡа ашырылған.
Нуриман үҙәк район дауаханаһында, ғөмүмән, эштәр быйыл тик бының менән генә сикләнмәйәсәк, тип көтөлә. Яҡын көндәрҙә тағы бер мөһим медицина аппараты алынасаҡ. Шулай уҡ төбәктең тағы бер ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк.
Әйткәндәй, Нуриман үҙәк район дауаханаһына быйыл 4 йәш белгестең эшкә ҡайтыуы көтөлә. Улар йүнәлтмә буйынса Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға ебәрелгәйне. Шуға ла кадрҙар мәсьәләһе буйынса төбәктә ҡытлыҡ күҙәтелмәй.
Азат Ғәлиуллин




