Уртаҡ проблемаһы булған ҡатын-ҡыҙҙар проектҡа ҡушылып, бер-береһе менән аралаша, һәләттәрен аса, яңы һөнәргә өйрәнә. Бағыусылар ярҙамы менән уларға Башҡортостан буйлап эскурсиялар ҙа уҙғарыла, театр, күргәҙмәләргә бушлай йөрөү мөмкинлектәре бар.
Баш ҡалалағы матурлыҡ салоны етәкселеге лә мәрхәмәтлек күрһәтеп, ай һайын гүзәл заттарға макияж, прическалар эшләй. Сираттағы «Яңырыу»ға эләккән әсәләр менән БЮТ каналының ижади төркөмө лә осрашты.
Өфөләге матурлыҡ салонында бөгөн махсус хеҙмәтләндереү. Макияж-прическаға мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән туғыҙ әсә саҡырылған. Гүзәл заттар нисә йылға тәүге тапҡыр үҙҙәренә ял ойошторҙо. Хәйриә проекты Дилә Ҡасимованың да тормошон йәмләп ебәрҙе. Игеҙәктәргә ғүмер бүләк иткән ҡатын ниһайәт, көҙгөгә ҡарап, үҙенә лә иғтибар йүнәлтте. Матурлыҡ көсөнә ышанысы артты.
Церебраль фалиж булһынмы, һирәк осрай торған ауырыумы... Йәш әсәләр ҡыҙ-улдарын реабилитацияға йөрөтөп, уларҙы һауыҡтырыуға бар көсөн һала. Һөҙөмтәлә үҙҙәренә ваҡыт ҡалмай. Ангелина Батталова ауыр диагнозлы бала әсәһе булараҡ ҡатындарҙы борсоған мәсьәләләрҙе яҡшы аңлай. Шуға ла ул башҡа төбәктәр миҫалында Башҡортостанда «Уның тураһында» тип исемләнгән проект ойоштора. Берләшмәлә бөгөн йөҙҙән ашыу ҡатын. Бағыусылар ярҙамы менән гүзәл заттарға төрлө Хәйриә саралары уҙғарыла. Матурлыҡ салоны етәкселеге лә мәрхәмәтлек күрһәтә.
Фотосессия ойошторолғандан һуң, гүзәл заттар «Ҡунаҡһарай» сауҙа комплексы янына юлланды. Бында уларҙы ике ҡатлы автобус көтә ине. Өфөнөң иҫтәлекле урындары буйлап бәләкәй сәйәхәт көтөлә. Экскурсовод билдәләнгән маршрут буйынса мәҙәни мираҫ объекттары, архитектура һәйкәлдәре менән таныштырасаҡ.
Ете ҡыҙ тураһында риүәйәт, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры төҙөлөш этаптары, Рудольф Нуриевтың донъя сәхнәһен яулауы. Өфө буйлап ойошторолған ҡырҡ минутлыҡ сәйәхәт барышында экскурсовод бай мәғлүмәт еткереп, ҡаланы яңы яҡтан асырға ярҙам итте. Сәфәр барышында билдәле шәхестәрҙең биографияһы ла яҡтыртылды.
Әйтәйек, археология һәм этнография музейы урынлашҡан йорт ҡасандыр сауҙагәр Елена Поносоваға ҡараған. Яуым-төшөм булыуға ҡарамаҫтан, хәйриә проектында ҡатнашыусылар сәфәрҙән ҡәнәғәт ҡалды.
Уҙған айҙа мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән әсәләр Нуриман районында эскурсияла булып ҡайтҡан. Тиҙҙән туристик ойошма ярҙамы менән Нарыҫтауға ла сәйәхәт көтөлә. Әйткәндәй, проект тәбиғәт ҡосағында ял ойоштороу, макияж-прическалар яһау менән генә сикләнмәй, ҡатын-ҡыҙҙарға стажировкалар ойоштороуҙа, яңы һөнәр үҙләштереүҙә лә ярҙам күрһәтеү ҡаралған.
Гөлназ Хәйбуллина







