Тантанала Республика Башлығы етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы ҡатнашты. Радий Хәбиров дивизия командирына бюст ҡуйыу башланғысы менән сығыусыларға рәхмәт белдерҙе. - Хәҙер Донецк далаһында беҙҙең генералға хөрмәт белдерерлек, уны иҫкә алырлыҡ һәйкәл бар. Әле Украинала махсус хәрби операция бара. Яңы геройҙар тураһында хәтерҙе шулай уҡ һаҡларға тейешбеҙ. Бының өсөн беҙгә берҙәм булырға кәрәк, тип белдерҙе Радий Хәбиров бюсты асыу тантанаһында.








