Башҡортостан башлығы Донбассҡа эш сәфәре сиктәрендә Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч үҙәк ҡала дауаханаһында эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәре менән осрашты. Алтын йөрәкле кешеләр, һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәм, тине Радий Хәбиров, аҡ халатлыларҙың хеҙмәтен баһалап.
Республика етәксеһе төбәктә шулай уҡ легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа бюст асыуҙа, асфальт-бетон заводын сафҡа индереүҙә ҡатнашты. Эш сәфәренең иҫтәлекле мәлдәре хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Башҡортостан табиптары Красный Луч халҡы өсөн ҡараңғылыҡтан һуң балҡыған нур һымаҡ. Сөнки махсус операция башланғандан һуң үҙәк ҡала дауаханаһы бушап ҡалған, ә медицина ярҙамына мохтаждар арта ғына. Әле урында беҙҙең республиканан 4-се бригада эшләй, 23 табип һәм 17 шәфҡәт туташы.
Радий Хәбиров яҡташтарыбыҙҙың эш шарттарын ҡарап сыҡты, ерле халыҡ менән фекер алышты. Красный Лучта йәшәүселәрҙең рәхмәте сикһеҙ. Башҡортостан башлығы ла ауыр мәлдә Гиппократ антына тоғро ҡалған аҡ халатлыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Башҡортостан башлығы Луганск Халыҡ Республикаһында асфальт заводын асыуҙа ла ҡатнашты. Өфөнән килтерелгән технологик комплекс ҡыҫҡа ваҡыт эсендә йыйылған. Ул сәғәтенә 60 тонна асфальт етештереү ҡеүәтенә эйә. Радий Хәбиров Красный Луч ҡалаһында йәшәүселәрҙе юл инфраструктураһының яҡшыра башлауы менән ҡотланы. Яңы комплекс йәй буйына 170 километр оҙонлоғондағы юл япмаһын төҙөкләндерергә ярҙам итәсәк.
Луганск Халыҡ Республикаһының Штеровка ауылында Миңлеғәле Шайморатовҡа бюст асылды. 1943 йылда тап ошо ерҙә легендар яҡташыбыҙ батырҙарса һәләк булған. Радий Хәбиров билдәләүенсә, бөгөн Башҡортостан өсөн айырыуса мөһим көн. «Оҙаҡ йылдар урында йәшәүселәр беҙҙең легендар генералыбыҙ һәм республиканың ҡаһарман улдары ерләнгән ҡәберлекте тәрбиәләне, хәтерендә һаҡланы. Бөгөн беҙгә көрәшергә тура килгән тарихи хәҡиҡәттән улар бер аҙымға ла сигенмәне. Беҙ бының өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ», - тине Радий Фәрит улы.
Башҡортостан Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч хакимиәте менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Документҡа Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров менән Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Рыбальченко ҡул ҡуйҙы. Килешеү туғандаш халыҡҡа гуманитар, финанс, матди ярҙам мәсьәләләрен үҙ эсенә ала. Үҙ-ара хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре, тип Радий Хәбиров уңайлы ҡала мөхите булдырыу, инженерлыҡ селтәрҙәрен һәм юл хужалығын тергеҙеүҙе атаны.
Был Башҡортостан етәкселегенең Луганск Халыҡ Республикаһына тәүге эш сәфәре түгел, дуҫлыҡ бәйләнештәре артабан да дауам итер, яңы проекттар тормошҡа ашырылыр тип көтөлә.
Рәмзиә Кәримова





