Белгестәр был күренеште йәмғиәттә илһөйәрлек тойғоһо көсәйеү менән аңлата.
Яңы ғына барлыҡҡа килгән закон да был өлкәлә үҙ төҙәтмәләрен индерҙе. Ҡануниәткә ярашлы , контракт төҙөү өсөн йәш сикләүе арттырыла. Быға тиклем 40 йәшкә тиклемгеләр генә хәрби хеҙмәткә ҡабаттан бара ала ине. Хәҙер әрме сафын тулыландырырға теләүселәр өсөн был ҡаршылыҡтар юҡ.
Юрий Алфёров, Өфөнөң Киров һәм Ленин райондары хәрби комиссары
Тап 40 йәште уҙғандар, тормош тәжрибәһе , запасҡа оҙатылғанса хәрби тәжрибә туплағандар комиссариаттарға күпләп мөрәжәғәт итә. Ниһәйәт, Дәүләт Думаһы ҡануниәтте камиллаштырҙы. Хәҙер контракт төҙөү өсөн йәш сиге 50-гә арттырылды.
Контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәр тотош илдә арта. Башҡортостан комиссариаттары хәрбиҙәрҙе яҡташлыҡ принцибы буйынса оҙатырға тырыша. Йәғни Башҡортостан һалдаттары дуҫлыҡ, танышлыҡ бәйләнешен тойорға тейеш. Өфөлә хатта, хәрби тәжрибәһе булған аталы-уллы ике кеше контракт төҙөргә теләк белдергән.
Айнур Кәбиров







