Иҫке йортҡа яңы һулыш. Башҡортостанда быйыл 776 объектта капиталь ремонт уҙғарыла. Барлығы 800 төрҙән ашыу эш башҡарыла. Төҙөкләндереү барышында фасадтарҙы биҙәү, шулай уҡ тыштан йорттарҙы йылытыуға иғтибар ҙур. Был ремонт үткән торлаҡҡа йылылыҡ сығымдарын кәметергә лә мөмкинлек бирә. Эш барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин ҡыҙыҡһынды.
Подрядсы ойошма хеҙмәткәрҙәренең эше көйлө бара. Капиталь ремонт проекты буйынса Черниковка биҫтәһенең Интернациональ урамындағы күп фатирлы йорттоң стенаһы тыштан йылытыла.
Панель йорт 1960 йылғы. Уға ремонт күптән талап ителгән. Фасадты тышлауҙа пенопласт һәм минераль йылытҡыс ҡулланыла.Өҫтөнән штукатурка һылау һәм буяу ҡаралған. Йортта йәшәүселәр әйтеүенсә, төҙөкләндереү һөҙөмтәләре әле үк үҙен һиҙҙертә.
Менделеев урамындағы был йортта подъезд төҙөкләндерелгән. Стена буяуҙары, почта йәшниктәре яңыртылаған. Эштәр февраль уртаһында башланып, апрель башына тамамланған. Йортта йәшәүселәрҙең фекере лә иҫәпкә алынған.
Башҡортостанда быйыл 776 объектта капиталь ремонт уҙғарыу ҡаралған. 38 күп фатирлы йортто тышлап, йылытыу ҡаралған. Эш башлыса милек хужаларының аҡсаларына, йәғни капиталь ремонт фонды иҫәбенә башҡарыла.
Миҙгелдең ремонт планына ингән йорттарҙы төҙөкләндереү менән тотҡарлыҡтар юҡ. Төҙөлөш материалдары етәрлек. Уларҙы башлыса Башҡортостан етештереүселәре тәьмин итә.
Рафиҡ Әхмәтшин




