«Башҡортостан» гәзите яңы дизайнда нәшер ителә башланы

Республикабыҙҙың төп гәзите Рәсәй матбуғаты стандарттарына яраҡлаштырылды. Баҫманың яңыртылған тәүге һанын республика халҡы бөгөн ҡулына алды. Гәзит элекке йылдарҙан эстәлеге яғынан күпкә айырыла.

Әйткәндәй, республиканың төп баҫмаһы ошо көндәрҙә оло юбилейын - 105 йыллығын билдәләй. Рухиәтебеҙ таянысы булған гәзит коллективы менән БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин яҡындан танышты.

Республиканың иң оло төп матбуғат баҫмаһы «Башҡортостан» гәзите заман менән бергә атлай. Бөгөн ул бәхәс ҡорорлоҡ ҙур майҙансыҡ. Дизайны ла Рәсәй ваҡытлы матбуғат стандарттарына тап килтереп үҙгәрелгән. Интервьюлар ҙа хәҙер башҡаса юҫыҡта тәҡдим ителә.

Ә баҫма артында күпме эш башҡарылыуын тик гәзит сығарыусы үҙе генә белә. «Башҡортостан» редакцияһы коллективы ҙур бер умарта күсен хәтерләтә. Хеҙмәткәрҙәр бер кабинеттан икенсеһенә инеп, йүгерә-атлай сираттағы һанды барлай. Һәр кемдең үҙ бурысы. Гәзиттә үткән һәр мәҡәлә Миңзифа Илтенбаеваның ҡулы аша ла үтә.

«Башҡортостан» тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙе бергә туплаған гәзит. Коллективта оҙаҡ йылдар республиканың абруйлы баҫмаһына тоғро ҡалыусылар бик күп. Корректорҙар бүлегендә эшләүсе һәр хеҙмәткәрҙең дөйөм хеҙмәт стажы 20 йылдан да кәм түгел.

Оҙаҡ йылдар аҙнаһына биш тапҡыр сыҡҡан гәзит һуңғы йылдарҙа шишәмбе һәм йома көндәрендә баҫыла. Шуға ҡарамаҫтан, «Башҡортостан»дың аҙналыҡ күләме һаҡлап ҡалынған. Уҡыусыға мәғлүмәт етерлек күләмдә еткерелә. Оператив яңылыҡтар интернет аша тәүлек әйләнәһенә тиерлек бирелә, уларҙы меңәрләгән кеше уҡый. Тимәк, эш күләме лә тиҫтәләрсә тапҡырға артҡан тип әйтергә мөмкин.

Әйткәндәй, республиканың төп матбуғат баҫмаһы оло юбилейын 14 июнь билдәләйәсәк. Тап ошо көндә хәҙерге «Башҡортостан» гәзитенең тәүге һаны «Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире» исеме аҫтында донъя күрә. Унан һуң ул, «Ҡыҙыл Башҡортостан», «Совет Башҡортостаны» кеүек яңғырауыҡлы атамалар менән нәшер ителә. Йылдар үтһә лә, быуаттар алышынһа ла халҡыбыҙҙың яратҡан баҫмаһы бөгөн дә үҙенең төп бурысы - рухиәтте үҫтереү юлында.

Фото №1 - «Башҡортостан» гәзите яңы дизайнда нәшер ителә башланы

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ