Белоруссияла «Төньяҡ амурҙары»ның батырлығы мәңгеләштерелә

Борисов ҡалаһында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙарына иҫтәлекле билдә ҡуйыласаҡ. Был мәсьәлә Башҡортостан делегацияһының сит илгә эш сәфәре барышында тикшерелде. Ҡунаҡтар шулай уҡ Студёнка ауылы янындағы Брилев яланында ла булды.

Бынан 210 йыл элек Березина йылғаһы буйында бик күп һалдаттар һәләк була. Ата-бабаларыбыҙ эҙҙәре буйлап БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов сәфәр ҡылды.

Брилев яланы – Борисов халҡы өсөн генә тарихи урын түгел. Березина йылғаһы буйында Наполеон армияһының яҙмышы хәл ителә, асылда тап ошо урында 1812 йылғы Ватан һуғышы үҙенең апогеһына етә. Йылға аша сыҡҡанда дошмандарҙың бик күп һалдаты ҡырыла. Шулай итеп 6 ноябрҙә француз армияһы ойошҡан хәрби көс булараҡ йәшәүҙән туҡтай.

Фажиғәле ваҡиға урынында бөгөн 4 һәйкәл урынлашҡан. Уларҙың өсәүһе Рәсәйҙең император армияһы хөрмәтенә, һуңғыһы һәләк булған француздар иҫтәлегенә ҡуйылған. Әммә яу яланында башҡорт яугирҙары тураһында бер генә мәғлүмәт тә юҡ. Ә бит ата-бабалаларыбыҙ Наполен армияһын тар-мар итеүҙә ҙур өлөш индерә.

Башҡортостан делегацияһы Борисов ҡалаһының Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында ла булды. Уның фонды 6 меңдән ашыу берәмек экспонаттан тупланған. Ҡомартҡыларҙың күбеһе 1812 йылғы Ватан һуғышы менән бәйле. Музей етәкселеге менән осрашыуҙа башҡорт яугирҙарының батырлығын мәңгеләштереү мәсьәләһе күтәрелде. Бының өсөн таҡтаташ йәки иҫтәлекле билдә ҡуйырға тәҡдим ителде.

Борисов ҡалаһы менән мәҙәни бәйләнештәрҙе китапханалар селтәре аша ла төҙөргә мөмкин. Бөгөн төбәктә Иван Колодеев исемендәге үҙәк китапхана уңышлы эшләй. Урындағы хеҙмәткәрҙәр ҡунаҡтар килеүгә махсус рәүештә Башҡортостан тураһында бай мәғлүмәт туплаған. Осрашыу барышында берлектәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу, ғилми-ғәмәли конференциялар ойоштороу буйынса тәҡдимдәр яңғыраны. Яҡтар башҡорт яугирҙарының ҡаһарманлығын яҡын киләсәктә мәңгеләштерергә килеште. Сөнки тап быйыл Брилев яланында 1812 йылғы Ватан һуғышының 210 йыллығы билдәләнә.

Фото №1 - Белоруссияла «Төньяҡ амурҙары»ның батырлығы мәңгеләштерелә

Илдар Байбулатов

Волна
Акции БСТ