Туймазы районында кадет кластарының республика слеты үтте

Мәргән атып сәпкә тейҙереү һәм эҙҙәрҙе уҡый белеү. Туймазы районында ил сиге һаҡсылары йүнәлеше буйынса кадет кластарының республика слеты үтте. Өсөнсө тапҡыр ойошторолған слетта Башҡортостан һәм күрше төбәктәрҙән 9 команда ҡатнашты. Сик һаҡсылары булырға әҙерләнгән кадеттар ярышы хаҡында киләһе яҙмала.

Ерҙәге эҙҙәр күп нәмә тураһында һөйләй. Иң мөһиме: уларҙы уҡый белеү. Был – сик һаҡсыһы өсөн иң беренсе талап. Кадеттар эҙҙәрҙе уҡый белергә тейеш. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында уҡыусылар ниндәй йүнәлештә һәм ҡасан ил сиген боҙоусы үткәнен иҫәпләп сығара. Был эҙҙән бер-нисә сик боҙоусы үткәнме, әллә ул һаҡсыларҙан эҙ яҙҙырып арты менән алға табан хәрәкәтләнгәнме?

Калашников автоматын һүтеп-ҡороуҙы һәр кадет яҡшы белергә һәм тиҙ башҡарырға тейеш. Физик әҙерлек буйынса күнекмәләрҙе әйтеп тораһы ла түгел. Төбәк-ара слетта 9 команда таһыллыҡта һәм тиҙлектә көс һанашты.

Кадет слетын строй һәм йыр смотрынан тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Судьялар командалар маршын иғтибар менән күҙәтте, хәрби-патриотик темаға арналған йырҙарҙың башҡарылыу кимәлен баһаланы, командирҙың дөрөҫ приказ биреүен тикшерҙе. Интеллектуаль күнекмәләр барышында, кадеттар сик буйы ғәскәрҙәре тарихына ҡағылған һорауҙарға төплө яуаптар бирҙе.

Слетта ҡатнашыусылар берҙәм коллективҡа туплана. Әрме хеҙмәтенә барғас, улар яңы коллективҡа инә, үҙ-ара аралаша, дуҫлаша.Ә бында тәбиғи шарттарҙа үҙҙәрен һынарға, ҡаршылыҡтарҙы еңергә өйрәнә.

Михаил Блажевич, Башҡортостандың хәрби комиссары

Ярыш этаптары араһында үҫмерҙәр үҙенсәлекле күргәҙмә менән дә таныша алды. Был форма Ҡандра ауылынан ил сиге һаҡсыһы Рәсим Мәүлетовтыҡы. Ул Кавказда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була һәм үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә. Кадеттар слеты йәштәрҙә хәрби-патриотик рухты үҫтереү, физик әҙерлекте һынап ҡарау мөмкинлегенән тыш, үҙ-ара сәмде һәм ил һаҡсыларына ҡарата ихтирам тойғоларын арттырырға булышлыҡ итә.

Фото №1 - Туймазы районында кадет кластарының республика слеты үтте

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ