Район мәҙәниәт һарайында өлкән йәштәге ханымдар өсөн конкурс ойошторолдо. “Йәгеҙ әле, өләсәйҙәр!” тигән бәйгелә “Серле шишмә” вокаль коллективы һәм Ғафури ауылынан “Узорица” рус фольклор ансамбле командалары ҡатнашты. Сәмле ярышта дуҫлыҡ еңде, һәр өләсәйгә бүләктәр тапшырылды.







