Владимир Путин Рәсәйҙең йәш эшҡыуарҙары, инженерҙар һәм ғалимдар менән осрашты. Улар араһында Туймазының “Корона” предприятиеһы етәксеһе урынбаҫары Алмаз Мәмлиев та булды. Был компанияла матрас һәм карауаттар етештерелә. Республика фабрикаһы нигеҙендә илдәге тәүге мебель кластеры ойошторолған. Алмаз Мәмлиев президентҡа импортты алмаштырыуға бәйле һорау бирҙе, яңы проекттар өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтергә тәҡдим итте.
Алмаз Мәмлиев Владимир Путинды быйыл көҙ Туймазыға яңы етештереү предприятиеһын асыу тантанаһына саҡырҙы.Мебель кластеры 10-дан ашыу фирманы – йомшаҡ мебель, фурнитура һәм башҡа мебель өлөштәрен етештереүселәрҙе берләштерә. Проектта Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы, “ПромҮҙәк” технопаркы һәм Өфө урман техникумы ҡатнаша.




