Республиканың Борисов ҡалаһында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙарына иҫтәлекле билдә ҡуйыла. Башҡортостан делегацияһының сит илгә эш сәфәре барышында ошо мәсьәлә ҡаралды.
Березина йылғаһы буйында Наполеон армияһының яҙмышы хәл ителә. “Башҡорт полктары француз армияһын тар-мар итеүгә ҙур өлөш индерә”, - ти тарихсы Рәмил Рәхимов.
Башҡортостан делегацияһы Борисов ҡалаһының Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән танышты. “Белорусь республикаһында ата-бабаларыбыҙҙың батырлығы хаҡында һөйләгән билдәләр булырға тейеш”, - ти Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Быйыл 1812 йылғы Ватан һуғышы башланыуға 210 йыл тула. Напалеон Бонапарт агрессияһына ҡаршы азатлыҡ һуғышы 24 июндә башлана.







