Башҡортостандан ике кеше социаль селтәрҙә Рәсәй армияһының абруйын төшөргәне өсөн суд алдына баҫты

Улар Украиналағы махсус хәрби операцияға ҡаршы сығыуҙа ғәйепләнә. Сибайҙан Кристина Мороз «Бәйләнештә» социаль селтәрендә Хөкүмәткә ҡаршы ҡалдырған яҙыуы өсөн 20 мең һум күләмендә штраф түләйәсәк.

Өфөнән Айтуған Шәрипов та «Ватсап»тағы төркөмдә Рәсәй хәрбиҙәренә ҡарата экстремистик хәрәкәт ҡулланыуға саҡырғаны өсөн ошо уҡ сумманы түләргә бурыслы. Ғәйепләнеүселәрҙең икеһенең дә йәшәгән урындарынан телефон, компьютер һәм экстремистик китаптар тартып алынған. Шулай уҡ баш ҡалала йәшәүсе Рөстәм Мәзитовҡа ла «Дошманлыҡ тыуҙырғаны» өсөн ғәйепле тип танылып штраф һалынған.

Фото №1 - Башҡортостандан ике кеше социаль селтәрҙә Рәсәй армияһының абруйын төшөргәне өсөн суд алдына баҫты

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ